Йәмғиәт Общество
11 Мая 2025, 06:35

Хаҡтар тағы артты

...

Хаҡтар тағы арттыХаҡтар тағы артты
Хаҡтар тағы артты

10 майҙа Башҡортостанда «Башнефть» заправкаларында хаҡтарҙың сираттағы артыуы теркәлгән. АИ-100-ҙән башҡа бөтә яғыулыҡ төрҙәре лә тиерлек ҡиммәтләнгән.

Мәҫәлән, АИ-92 хәҙер 55,25 һум тора, АИ-92 ATUM 56,35 һумға төшә. АИ-95-те – 59,10 һумға, АИ-95 ATUM-ды 60,15 һумға алырға мөмкин. Дизель яғыулығы хәҙер 68,40 һум тора. АИ-100 бензинының хаҡы ғына үҙгәрмәгән, ул элеккесә 80,65 һум тора.

“Яндекс. КартЫ” мәғлүмәттәре буйынса, «Лукойл» заправкаларында АИ-92 бер литры – 57,14 һум, АИ-95 – 61,58; АИ-100 – 86,38 һум, дизель яғыулығы – 70,46 һум.

Быйыл апрелдә төбәктә бензиндың хаҡы өс тапҡыр арттырылғайны.

Фото: Ксения Калинина/"Башинформ".

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас