

Башҡортостанда йыл башынан тыуған балаларға ата-әсәләр биргән иң һирәк һәм иң популяр исемдәр аталды. Мәҫәлән, ҡыҙҙарҙың береһе Шанель исемен йөрөтәсәк. Ул билдәле француз хушбуйҙары бренды һәм шул брендҡа нигеҙ һалыусының фамилияһы.
Яңы тыуған ҡыҙҙар араһында тағы ла Амели, Томирис, Шахзода бар. Ә малайҙарға ҡушылған һирәк исемдәр Тиран, Динияр, Симеон һәм Эмиль икән.
Популяр исемдәр рейтингы үҙгәрешһеҙ ҡала. Малайҙар араһында Эмир, Әмир, Марк, Тимур һәм Мирон йыш осраһа, ҡыҙҙар араһында Әминә, Амелия, София, Эмилия һәм Эва исемдәре киң таралған.