Йәмғиәт Общество
27 Май 2025, 05:40

Рухи байлыҡ сығанағы

27 май – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө

Рухи байлыҡ сығанағыРухи байлыҡ сығанағы
Рухи байлыҡ сығанағы

Ейәнсура районы китапханаларының хөрмәле хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

 Йыл һайын 27 майҙа Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн билдәләйбеҙ, шуның менән хәҙерге кеше өсөн китап уҡыуҙың мәҙәни әһәмиәтен һәм мөһимлеген таныйбыҙ. Яңы цифрлы технологиялар үҫешенә ҡарамаҫтан, ысын «йәнле» китап сикһеҙ белем, мауыҡтырғыс мажаралар һәм ғәжәп асыштар донъяһына һәр ваҡыт иң төп юл күрһәтеүсе булып ҡаласаҡ.

Бөгөн китапханалар китаптар һаҡлау урыны ғына түгел, ә ҙур мәҙәни үҙәктәр булып тора. Китапхана хеҙмәткәрҙәре көсө менән төрлө йүнәлештәге бик күп саралар үткәрелә. Китапханаларҙың йәш быуынды рухи-әхлаҡи тәрбиәләүгә һәм һәр яҡлап үҫтереүгә индергән өлөшөн айырыуса билдәләп үтергә теләйем.

Ейәнсура районының китапхана өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, традицияларҙы һаҡлауығыҙ һәм китапхана эшен үҫтереүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Д. ЮЛАНОВ, МР хакимиәте башлығы.

Читайте нас