Йәмғиәт Общество
30 Май 2025, 05:51

Һыу өҙлөкһөҙ булыр

Район үҙәгендә һыу торбалары иҫкереүе йыш ҡына үҙен һиҙҙерә – көнө буйы һыуһыҙ ултырырға тура килә. Тиҙҙән был йонсоуҙар бөтөр.

Һыу өҙлөкһөҙ булырҺыу өҙлөкһөҙ булыр
Һыу өҙлөкһөҙ булыр

22 майҙа Иҫәнғол ауылында иҫке торбаларҙы яңыларға алыштырыу башланып, эш Шайморатов, Еңеүҙең 50 йыллығы урамдарында бара. Сиратта – Күсәков, Йәшел һәм Көнсығыш урамдары. Эштәрҙе Өфө ҡалаһынан “Спецгазтехсервис” ойошмаһы башҡара.

Ойошманың баш инженеры Роберт Ҡылысбаев әйтеүенсә, өйҙәре янынан үткән торбаларҙың өҫтөндә хужаларҙың торған техникаһы тороуы, төҙөлөш материалдары ятыуы эште тотҡарлай. Шуға ла ул яҡын арала эш башланасаҡ Рутчин, Тыныслыҡ, Гагарин, Төҙөлөш, Мортазин, Р. Ғарипов, Крупская, Матросов, Октябрь Революцияһы урамдарында йәшәүселәрҙән йорттары алдындағы артыҡ әйберҙәрҙе алып ҡуйыуҙарын һорай.

Автор:
Читайте нас