Йәмғиәт Общество
12 Июнь 2025, 12:15

«Табиптарға мең рәхмәт»

Башҡортостанда Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата акция башланды

«Табиптарға мең рәхмәт»«Табиптарға мең рәхмәт»
«Табиптарға мең рәхмәт»

Башҡортостанда Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата «Табиптарға мең рәхмәт» акцияһы башланды. Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

Өс көнлөк акция шарттарына ярашлы, медицина ойошмалары социаль селтәрҙәрҙә пациенттарҙың рәхмәт белдергән яҙмаларын баҫтырасаҡ.

"Республикабыҙҙа меңәрләгән рәхмәтле пациенттар йәшәй. Ғүмерен ҡотҡарған, һаулығын ҡайтарған, ауыр ваҡытта ярҙам иткән табипҡа йылы бүләк итеү өсөн ваҡытын сарыф итергә әҙер булған кешеләр. Ошо көндәрҙә табиптарыбыҙға бик күп ихлас “рәхмәт” ишетербеҙ, тип ышанам. Сөнки улар быға лайыҡлы", – тип аңлатма бирҙе Рәхмәтуллин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас