Йәмғиәт Общество
16 Июня 2025, 11:55

Дәүләт хеҙмәттәрендә яңы мөмкинлек барлыҡҡа килде

Хәҙер льготалар юллау еңелләшә

Дәүләт хеҙмәттәрендә яңы мөмкинлек барлыҡҡа килдеДәүләт хеҙмәттәрендә яңы мөмкинлек барлыҡҡа килде
Дәүләт хеҙмәттәрендә яңы мөмкинлек барлыҡҡа килде

Дәүләт хеҙмәттәрендә аҙ тәьмин ителгәндәрҙең статусын рәсмиләштереү мөмкинлеге барлыҡҡа килә, уларға бер нисә льгота, шул иҫәптән торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡаралған.

Элек льготалар һәм түләүҙәр алыу өсөн аҙ тәьмин ителгән граждандар бик күп ҡағыҙ документтар тапшырырға тейеш ине. Хеҙмәтте цифрлы форматҡа күсергәндән һуң был талап ителмәй.

"Ғаризаны тултырыу ауыр түгел: тәүҙә һеҙ үҙегеҙҙең хәл тураһында һорауҙарға яуап бирәһегеҙ, һуңынан алыу ысулын һайлайһығыҙ һәм ғаризаға күсәһегеҙ. Хеҙмәт 30 эш көнө дауамында күрһәтеләсәк", – тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында.

Эш «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы трансформациялау» милли проекты сиктәрендә алып барыла.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас