Йәмғиәт Общество
20 Июнь 2025, 09:30

Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла

...

Шәмбе, 28 июндә, Башҡортостанда алкоголде ваҡлап һатмайҙар. Сикләү йыл һайын июндең һуңғы шәмбеһендә билдәләнгән Йәштәр көнөнә бәйле ғәмәлдә. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә иҫкә төшөрҙөләр.

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, тыйыу «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында» закон менән билдәләнгән. Шул уҡ ваҡытта ул кафе һәм ресторандарға ҡағылмай.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас