

Тәүге тапҡыр 2008 йылдың 8 июлендә үткәрелә башлаған матур байрам – “Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнө” Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә, шул иҫәптән беҙҙең Башҡортостанда ла билдәләнә. Байрам уңайынан матур ғүмер юлы кисергән өлгөлө ғаилә парҙарын тәбрикләп “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләү матур йолаға әүерелде.
Ҡужанаҡ ауылында йәшәүсе Фирҙәүсә һәм Ғәли Хәбибуллиндар ҙа ошо күркәм наградаға лайыҡ булды. Был һоҡланғыс ғаиләгә бүләкте район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Мөхәмәтов һәм Яңыбай ауыл биләмәһе башлығы Фәһим Хужахмәтов тапшырҙы.
53 йыл элек ғаилә ҡорған Хәбибуллиндар дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә бирә алғандар. Улдары Илгиз һәм Илһам, ҡыҙҙары Венера һәм Эльвира кәрәкле һөнәр үҙләштереп, тормошта үҙ урындарын тапҡандар. Ата-әсәһе өсөн өҙөлөп торалар. Ғаилә байрамдары ҙур өҫтәл артында гел бергә үтә.
Ауылдаштары ла тырыш,уңған ғаилә башлыҡтарын ихтирам итә. Әйткәндәй, Хәбибуллиндар ғүмер буйы ауыр ҙа, мауыҡтырғыс та, шул уҡ ваҡытта килемле лә ҡортсолоҡ эшен алып барғандар. Күпләп мал аҫырағандар. Хөкүмәт эшендә лә һынатмағандар.