Йәмғиәт Общество
9 Июль 2025, 09:45

Студенттарға пособие арттырылды

Дәүләт Думаһы студенттар өсөн йөклөлөк буйынса пособие тураһында закон ҡабул итте

Студенттарға пособие арттырылдыСтуденттарға пособие арттырылды
Студенттарға пособие арттырылды

Дәүләт Думаһы көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар өсөн йөклөлөк буйынса пособиены төбәк йәшәү минимумынан 100 процентҡа тиклем арттырҙы. Түләү, студент стипендия алыу-алмауына ҡарамаҫтан, түләнә.

Әлеге ваҡытта пособие 140 көнлөк «больничный» өсөн стипендия күләмендә түләнә, был ил буйынса уртаса 9 меңдән 23 мең һумға тиклем тәшкил итә.

Ғинуарҙа РФ президенты илдә тыуымдың түбән булыуына бәйле хөкүмәткә йөклө студенттар өсөн пособиены арттырыу бурысын ҡуйғайны.

Башҡортостанда 2025 йылда эшкә һәләтле халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 17 202 һум кимәлендә билдәләнгән. Республикала 140 көнлөк отпуск өсөн түләү 80 мең һум самаһы тәшкил итергә тейеш.

Читайте нас