Йәмғиәт Общество
15 Июль 2025, 06:55

Иң арзан һөт ҡайҙа?

...

Иң арзан һөт ҡайҙа?Иң арзан һөт ҡайҙа?
Иң арзан һөт ҡайҙа?

Июндә республикала һөткә хаҡтар буйынса мәғлүмәттәр хәбәр ителде. Башҡортостанстат мәғлүмәте буйынса, республика буйынса 1 литр продукттың хаҡы уртаса 89,14 һум тәшкил иткән. Ғинуарҙан (84,46 һум) алып үҫеш 5,5 процент тәшкил иткән.

Өфөлә 1 литр һөттөң уртаса хаҡы июнь айында 92,72 һум булған (ғинуарҙа 87,8 һум, ярты йыл эсендә +5,6%). Сибайҙа июнь айында бер литр һөт уртаса – 85,5 һум (ғинуарҙа – 78,7 һум, +2,3%), Стәрлетамаҡта 183,19 һум (ғинуарҙа 78,83, +5,6%) торған

Иң арзан һөтө июндә Нефтекамала теркәлгән – 80,57 һум/1 л (ғинуарҙа 78,6 һум, +2,5%).

Рәсәйҙә һөт стратегик яҡтан мөһим продукт булып тора. Ул социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек кәрзиненә инә, уның хаҡы күҙәтелә һәм кәрәк булғанда көйләнә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас