

Ейәнсура районында муниципаль район Советы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа кандидаттар күрһәтеү буйынса документтар ҡабул итеү бара, тип хәбәр итә территориаль һайлау комиссияһы.
2025 йылдың 14 июленә ҡарата райондың территориаль һайлау комиссияһы «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм ЛДПР – Рәсәй либераль-демократик сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе кандидаттарының тәҡдим ителгән исемлектәрен раҫланы. Был партиялар күрһәткән дүрт кандидат 3-сө һәм 16-сы бер мандатлы һайлау округтарына буйынса документтар тапшырҙы.
Ейәнсура муниципаль район Советының алтынсы саҡырылыш депутаттарын өҫтәмә һайлауҙың календарь планына ярашлы бер мандатлы 3-сө һәм 16-сы һайлау округтары буйынса кандидаттар күрһәтеү буйынса документтар тапшырыуҙың һуңғы көнө – 2025 йылдың 18 июле.
2025 йылдың 14 сентябрендә, берҙәм тауыш биреү көнөндә, районда һайлауҙар алты һайлау участкаһында үтә, уларҙа 1740 уларҙа һайлаусы тауыш бирә аласаҡ.