

Башҡортостандың «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында айыу солоҡсо һөнәрен “үҙләштергән”.
Ҡурсаулыҡтың телеграм-каналында видеояҙма менән уртаҡлаштылар, унда тайыш табандың бал артынан ағасҡа үрмәләгәне төшөрөлгән.
"Был бер нисә йыл элек фотоловушкаларға төшөрөлгән. Айыуҙы бал ҡорттары тешләгән, туҡмаҡ ҡамасаулаған, әммә ул бирешмәгән солоҡҡа яҡынса 200 тапҡыр менгән! Был хаҡта төшөрөлгән кадрҙар һаны дәлилләй. Умартасы айыуҙан һаҡланыу маҡсатында ағас олонон уратып алған сәнскеле тимер сым да ҡурҡытмаған”, – тип яҙа ҡурсаулыҡ директоры Михаил Косарев.