Йәмғиәт Общество
25 Июль 2025, 10:10

20 йәштән 70 йәшкә тиклемге һәр кем 20 000 һумға яҡын түләм алырға мөмкин

Түләмде 28 июлдән алып күсерелә

20 йәштән 70 йәшкә тиклемге һәр кем 20 000 һумға яҡын түләм алырға мөмкин20 йәштән 70 йәшкә тиклемге һәр кем 20 000 һумға яҡын түләм алырға мөмкин
20 йәштән 70 йәшкә тиклемге һәр кем 20 000 һумға яҡын түләм алырға мөмкин

Рәсәйҙәргә 20 йәштән 70 йәшкә тиклемге кешеләргә ала лалаған аҡсалата түләм хаҡында һөйләнеләр. Әйтеүҙәренсә, сумма яҡынса 20 мең һум тәшкил итә. Әммә уны алыу өсөн бер нисә шартты үтәргә кәрәк. Ул саҡта уны 28 июлдән алырға мөмкин, тип хәбәр итә StolicaMedia мәғлүмәт агентлығы.

Интернетта таралған бындай түләм тураһындағы хәбәр буйынса, һәр рәсәйле 19500 һум алырға мөмкин. Программа онлайн эшләй, һәм ғаризаны "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша ебәрергә мөмкин. Аҡсаны бер нисә сәғәт эсендә күсерергә вәғәҙә итәләр.

Әммә, финанс эксперты Валерий Попов һөйләүенсә, күптәр мәғлүмәтте шапырта. Түләм ысынлап та бар, әммә был яңы сара түгел, ә ғәмәлдәге механизм. Һүҙ ҡайһы бер сығымдар, мәҫәлән, спорт күнекмәләре түләү өсөн һалымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарыу тураһында бара. Бындай сумманың максималь күләме – яҡынса 19 500 һум.

Аҡса алыу өсөн һалым инспекцияһына йәки эш биреүсе аша ғариза бирергә кәрәк. 20 йәштән 70 йәшкә тиклемге бөтә рәсми эшләгән граждандарҙың ҡайтарма алырға хоҡуғы бар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас