Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин августа көсөнә инәсәк яңы закондар тураһында һөйләне. Улар иҫәбендә – мутлашыусыларға ҡаршы көрәшеү, тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса өҫтәмә саралар.
Володиндың Telegram-каналында билдәләнүенсә, 1 августан банктар үҫмерҙәргә ата-әсәләрҙең ризалығы менән генә иҫәп аса. "Бәлиғ булмағандар йыш ҡына алдау ҡорбандары була, һөҙөмтәлә уларҙың банк карталары урланған аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереү өсөн ҡулланыла. Ата-әсәләр контроле аҫтында бындай хәлдәрҙе булдырмаҫҡа мөмкин", – тип аңлатты Дәүләт Думаһы рәйесе.
Бынан тыш, рәсәйҙәр смс-хәбәрҙәрҙән баш тарта ала – бының өсөн элемтә операторына тейешле ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ. Володин, был сара "граждандарҙы телефон һәм интернет-алдауҙан һаҡларға, шулай уҡ спам менән көрәшергә булышлыҡ итергә"мөмкинлек бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был да 1 августа үҙ көсөнә инәсәк.
3 августан Рәсәйҙә тарихи хәтерҙе яҡлау буйынса яңы закон ғәмәлгә инә – илде һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлағанда һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштергән хәрби ҡәберлектәрҙе һәм башҡа объекттарҙы боҙоу өсөн енәйәт яуаплылығы барлыҡҡа килә. Бындай енәйәт ҡылған өсөн 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү йәки 5 миллион һумға тиклем штраф янай. Володин шулай уҡ яңы норма Рәсәй территорияһында һәм унан ситтә урынлашҡан мемориалдарға тараласаҡ, тип билдәләй.
"Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр өсөн БДИ һөҙөмтәләренең ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтыла", – тип билдәләй Дәүләт Думаһы рәйесе. Уның һүҙҙәренсә, был яңылыҡ илде һаҡлаусылар өсөн белем алыу мөмкинлеген арттырасаҡ һәм "хеҙмәт тамамланғандан һуң уларға тиҙерәк яраҡлашырға мөмкинлек бирәсәк". Был норма шулай уҡ 3 августа көсөнә инә.
Махсус операция яугирҙәренә ярҙам итеүҙең тағы бер сараһы 23 июлдән ғәмәлгә инде. Ул МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың яҡындарын юридик әһәмиәтле факттарҙы асыҡлау өсөн судҡа мөрәжәғәт иткәндә дәүләт пошлинаһы түләүҙән азат итә. Һүҙ мираҫты ҡабул итеүгә, аталыҡты таныуға йәки туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен билдәләүгә ҡағылышлы эштәр тураһында бара.
3 августан РФ-та алкоголь, тәмәке һәм никотинлы продукцияны маркировкаһыҙ йәки ҡануниәттә ҡаралған мәғлүмәтте ҡулланмайынса етештереү, һатып алыу, һаҡлау, һатыу маҡсатында ташыу өсөн енәйәт яуаплылығы барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, 3 августан был продукцияны идентификациялау һәм маркировкалауҙың ялған сараларын һатыу һәм һатыу маҡсатында етештереү өсөн яуаплылыҡ тураһында закон ғәмәлгә инә.