Иң элек был һөт, йомортҡа һәм йәшелсәләргә ҡағыла.
«Башинформ» Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 30 июнгә һәм 28 июлгә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы сағыштырҙы. Дөйөм алғанда, улар үҙгәрмәгән тиерлек, көтөлгәнсә, иң һиҙелерлек үҙгәрештәр – миҙгелле продукцияла.
Мул һөт осоронда ул 1,5 һумға — 98,14 һум/кг, йомортҡа тағы 5 һумға — 10 данаһы 56,8 һумға тиклем арзанайған. Ныҡ ҡиммәтләнгән һыйыр майы, ниһайәт, арзаная башлаған – айына минус 9 һум (1036 һум/кг).
Ҡыярға хаҡ бер айҙа 18 һумға — йәмғеһе 82 һум самаһы, ә помидорҙар 6 һумға (144,3 һум) кәмегән.
Сөгөлдөр ҡапыл 30 һумға арзанайған – 57 һум самаһы, картуф 20 һум (67 һум) “ташлаған”.
Ит һәм ит продукцияһы әкренләп ҡиммәтләнә. Тауыҡтар (түшкәләр) бер айҙа 1 һум (197,5/кг), сусҡа ите 4 һум (331,3 һум/кг) тиклем өҫтәгән.