Йәмғиәт Общество
16 Августа 2025, 05:55

Трамп өс яҡлы осрашыу әҙерләнеүе тураһында белдерҙе

Дональд Трамп бик теләмәһә лә Владимир Путин менән Владимир Зеленскийҙың осрашыуында ҡатнашырға йыйына

Трамп өс яҡлы осрашыу әҙерләнеүе тураһында белдерҙеТрамп өс яҡлы осрашыу әҙерләнеүе тураһында белдерҙе
Трамп өс яҡлы осрашыу әҙерләнеүе тураһында белдерҙе

АҠШ президенты Дональд Трамп бик теләмәһә лә Владимир Путин менән Владимир Зеленскийҙың осрашыуына йыйына. Был хаҡта Америка лидеры Аляскалағы саммитта Рәсәй Федерацияһы президенты менән һөйләшеүҙәрҙән һуң белдерҙе. Трамп әйтеүенсә, әле өс яҡлы осрашыу ойошторола.

"Хәҙер улар Зеленский, президент Путин һәм минең арабыҙҙа осрашыу ойошторорға йыйына, – тине Трамп Fox News телеканалына биргән интервьюһында.  – Мин унда булырға теләмәйем, әммә эштең башҡарылыуына ышаныслы булырға теләйем. Һәм беҙҙә быны эшләү өсөн ярайһы уҡ яҡшы мөмкинлек бар”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас