

Дәмин Марат улы социаль селтәрҙә, ейәнсураларҙы райондың ҙур юбилейы менән тәбрикләп, 95 йыл - ул аҡыл, ихтирам һәм яҡты хәтирәләр йәше тип белдерҙе.
"Беҙ ошо ерҙә йәшәүебеҙ менән ғорурланбыҙ, һәр яңы көнгә ҡыуанабыҙ һәм дөйөм йортобоҙҙо бергә үҫтерәбеҙ. Күңел йылығыҙ, ярҙамсыл булыуығыҙ һәм беҙгә тик алға барырға ярҙам иткән көсөгөҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле яҡташтар", - тип яҙҙы башлыҡ. Шулай уҡ ул юбилей сараларын октябрҙә Республика көнөн байрам итеү менән берләштерергә ҡарар ителеүе тураһында белдерҙе.