Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Сентябрь 2025, 10:33

Фажиғә ҡабатланмаһын өсөн

3 сентябрь – Терорризмға ҡаршы көрәштә берҙәмлек көнө

Фажиғә ҡабатланмаһын өсөн
Фажиғә ҡабатланмаһын өсөн

Терроризм – иң ҡурҡыныс, ҡан ҡойғос социаль күренеш. Уның төп маҡсаты – физик көс ҡулланып халыҡты ҡурҡытыу, төрлө дин тотоусылар һәм төрлө милләт вәкилдәре араһында үҙ-ара ышанысты ҡаҡшатыу йәки бөтөнләй бөтөрөү, яуыз маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн кешеләрҙе йәлеп итергә тырышыу. Башҡортостанда күп быуаттар йөҙҙән артыҡ милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй. Үҙ-ара аңлашыу, төрлө халыҡтарҙың бер-береһенең йолаларына, мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәренә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт – республикабыҙҙа тыныслыҡтың һәм именлектең төп нигеҙе. Ошо именлекте һаҡлау өсөн терроризм менән көрәштә барыбыҙға ла уяу булыу кәрәк.

Терроризмға ҡаршы көрәштә берҙәмлек көнө Төньяҡ Осетияла булған фажиғәле ваҡиғаға бәйле. 2004 йылдың 1 сентябре... Террорсылар Беслан ҡалаһының 1-се мәктәбен баҫып ала. Тантанаға килгән меңдән артыҡ кеше, күп өлөшө – уҡыусылар, бандиттар тарафынан аманатҡа алына. Ике көн ярым эсендә террорсылар ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡ күрһәтеп, балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәрен тотҡарлай, хатта уларҙың тәбиғи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙән дә баш тарта.

Өсөнсө көндө 13 сәғәт 5 минут тирәһендә мәктәптең спорт залында шартлауҙар яңғырай, һуңыраҡ янғын сыға. Конец формы

Һөҙөмтәлә бина өлөшләтә емерелә. Беренсе шартлауҙан һуң тотҡондар мәктәптән ҡаса башлай һәм Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең махсус тәғәйенләнеш көстәре тарафынан штурм башлана. Атыш ваҡытында 27 террорсы үлтерелә. Иҫән-һау ҡалған берәүһе – Турпыша Кулаев ҡулға алына һәм артабан суд тарафынан иң юғары язаға – ғүмерлеккә төрмәгә ябыуға хөкөм ителә.

Тотҡондарҙың күбеһе штурм барышында азат ителә. Әммә терактта, ҡотҡарыусыларҙы ла индереп, 333 кешенең, шул иҫәптән 186 баланың ғүмере өҙөлә. 783 кеше төрлө йәрәхәттәр ала.

Шундай фажиғәләр ҡабатланмаһын, тигән теләк рәсәйлеләрҙе берләштерә лә инде.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас