

Түләмәүселәр кейем өйөмө аҫтына, һыуытҡыс артына, шкафҡа йәшенә. Бына, мәҫәлән, суд приставтары сираттағы бурыслыны шәхси йорттоң баҙында тапҡан.
Өс бәлиғ булмаған баланы ҡарауға йәшәү минимумының 0,5 өлөшөн түләтергә – Ҡалтасы районында йәшәүсегә ҡарата суд шундай ҡарар сығарған. 39 йәшлек граждандың балалар алдындағы бурысы 200 мең һум самаһы тәшкил итә. Суд приставтары хеҙмәтенең Ҡалтасы районындағы бүлеге алимент түләмәгән өсөн башҡарма производство асҡан.
Ир рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған, мөлкәте булмаған. Суд пристав-башҡарыусы гражданды бер нисә тапҡыр әңгәмәгә саҡыра, әммә бурыслы ваҡыт тапмай. Алимент түләмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Суд 100 сәғәт мотлаҡ эш төрөндә яза тәғәйенләй. Тик эшкә йөрөү ҙә вайымһыҙ атайҙың планына инмәй. Закон вәкилдәре бурыслының йәшәгән адресына юллана.
Ишек шаҡығас, өйҙән таныш булмаған ир килеп сыға. Һөйләшеү барышында бурыслының өйҙә булмауын һәм тиҙ арала ҡайтмаясағын әйтә. Ир суд приставтарын өйгә индерә. Уяулыҡ һәм интуиция закон һаҡсыларын бер ҡасан да һынатмай: суд приставы кухняла баҙ ҡапҡасын күреп ҡала, ә унан бурыслының аптырап ҡалған күҙҙәре күренә. Ирҙе бүлеккә алып киләләр, суд приставы мотлаҡ эштәрҙе үтәүҙән ҡасҡан өсөн административ протокол төҙөй. Суд административ ҡулға алыу тураһында ҡарар сығара.