Йәмғиәт Общество
5 Сентябрь 2025, 11:05

Башҡортостанда бер тонна ауырлыҡтағы сәк-сәк әҙерләгәндәр

Милли тәм-томдың оҙонлоғо алты метрҙан ашыу тәшкил итә.

Башҡортостанда бер тонна ауырлыҡтағы сәк-сәк әҙерләгәндәрБашҡортостанда бер тонна ауырлыҡтағы сәк-сәк әҙерләгәндәр
Башҡортостанда бер тонна ауырлыҡтағы сәк-сәк әҙерләгәндәр

Рәсәйҙә иң ҙур сәк-сәктәрҙең береһен бөгөн үҙенең 70 йыллығын билдәләгән Сибай ҡалаһында әҙерләгәндәр. Төп майҙанда байрам программаһы йәйелдерелде.

980 килограмм ауырлыҡтағы һәм 6 метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы ҙур сәк-сәк байрамдың ысын биҙәге булып тора. Уны 22 кеше 15 көн дауамында әҙерләгән.

Кондитерҙар әйтеүенсә, был ризыҡҡа 6,5 меңдән ашыу йомортҡа, 123 килограмм бал һәм 330 килограмм он тотонолған.

Сибайҙың 70 йыллығын байрам итеү «Урал аръяғы-2025» VII бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә үтә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас