

Шәхси стоматология табибы пациенттың ауыҙында энә онотҡан һәм табип ҡоралы уның эсәклегенә эләккән, тип хәбәр итә «Честный репортаж» телеграм-каналы. Теш һыҙаған менән ҡатын Бәләбәй районының Приют ауылында белгескә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Шәхси клиника табибы пациенттың тешен дауалаған. Бер нисә көндән һуң ҡатын эсендә ауыртыу тойоп, ауыҙ ҡыуышлығында бер нәмә лә онотолмауын раҫлау өсөн стоматологияға килә. Шулай уҡ ул шәхси клиникала УЗИ эшләй. Тикшереү бер нәмә лә күрһәтмәй, ә стоматолог бер нәмәне лә онотмауын белдерә.
Ҡатын Бәләбәйгә барып, йәнә УЗИ яһай. Тикшереү каналдарҙы киңәйтеүсе энә булыуын күрһәтә. Хәҙер пациентканы операция көтә.