Йәмғиәт Общество
17 Сентябрь 2025, 11:55

Ейәнсураларҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы 10 млн һумдан артҡан

...

Ейәнсураларҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы 10 млн һумдан артҡанЕйәнсураларҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы 10 млн һумдан артҡан
Ейәнсураларҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы 10 млн һумдан артҡан

Үткән аҙнала халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр (йылытыу һәм һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү) өсөн бурысы менән эшләү буйынса ведомство-ара комиссияның ултырышы үтте.

Район хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, ултырыш үткәрелгән көнгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, халыҡтың «ЖКСК» МУП-ына дөйөм бурысы 10 миллион һумдан ашып киткән!

Ултырышҡа 104 граждан саҡырылған, уларҙың дөйөм бурысы 3,5 миллион һум тәшкил итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, 20 кеше уведомление алғас, бурыстарын тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплаған.

«ЖКСК» МУП-ы коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында һәм тулыһынса түләү кәрәклеген иҫкә төшөрә. 7000 һумдан ашыу бурыс йыйылған осраҡта, предприятие хеҙмәткәрҙәре һалҡын һыу биреүҙе бурысты ҡаплағанға тиклем туҡтатыу тураһында белдереүҙәр тапшырып, фатирҙар буйлап рейдтар үткәрәсәк.

Әгәр белдереү алғандан һуң 20 көн эсендә бурыс түләнмәһә, материалдар башҡарма производствоны ҡуҙғатыу өсөн судҡа тапшырыласаҡ. Бурысты түләтеү менән суд приставтары шөғөлләнәсәк, был башҡарма йыйымдар өсөн өҫтәмә сығымдар талап итәсәк.

Үҙ бурыстарығыҙға яуаплы ҡарауығыҙ һәм түләүҙәрҙе ваҡтында түләүегеҙ һорала.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас