

17 сентябрҙә «Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының китапхана эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре» темаһына сираттағы китапхана хеҙмәткәрҙәре семинары үтте. Был хаҡта үҙәк китапхананың социаль селтәрҙәге төркөмө хәбәр итте.
Сәләмләү һүҙе менән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлнур Хәсәнова, үҙәк китапхана директоры Әминә Әбсәләмова сығыш яһаны. Методист Маргарита Үтәмишева социаль селтәрҙәрҙә китапханаларҙы рекламалау ысулдары, анкеталар үткәреү, быйыл уҙасаҡ район конкурсы хаҡында һөйләне. Методист Гөлфинә Юлдашбаева китапханаларҙың «Пушкин картаһы» буйынса эш тәртибе, шулай уҡ «PRO.Культура.РФ» системаһындағы эш менән таныштырҙы. Хеҙмәт коллективы советы рәйесе Лариса Абдрахманова эшмәкәрлек тураһында отчет менән сығыш яһаны, шулай уҡ советтың яңы рәйесе һайланды.
Семинар аҙағында коллектив Үрген ауыл китапханаһы китапханасыһы Гөлнәзирә Ейәнбирҙинаны хаҡлы ялға оҙатты, ул 30 йылдан ашыу ғүмерен китапхана эшенә бирҙе.