

Ейәнсура районында туризмды үҫтереү яйлап, әммә бик уңышлы ғына бара. “Ожмах мөйөшө” туристик базаһы менән Венер Байгилдин идара итә. Ҡыҙыу миҙгелдә ул бынан ҡайтмай тиерлек.
Өс гектарға яҡын майҙанда урынлашҡан ял урынын ҡарарға, тәртиптә тоторға кәрәк бит. Ямашлы быуаһына һәм тауҙарға яҡын урында ике ҡунаҡ йорто, ике мунса һәм чандар, кафе һәм банкет залы урынлашҡан. Бынан тыш үҙ аллы ял итеүселәр өсөн мангал ҡуйылған ун биш беседка ла ҡуйылған. Нимәһе яҡшы – бөтә төҙөтмәләр ҙә тәбиғи материалдарҙан, еңел йыйыла һәм тиҙ һүтелә, күсереп ултыртыла. Шунлыҡтан тәбиғәткә лә зыян килтерелмәй. Бында ике ашнаҡсы, ике һатыусы һәм ике ҡарауылсы эшләй. Ял итергә килеүселәргә бик тәмле ризыҡтар әҙерләнә. Бынан тыш ошонда уҡ урынлашҡан умарталыҡтың балын, прополис һатып алырға була. Тәмле ҡымыҙ, ҡара һағыҙ һәм ҡарағас һағыҙы ла тәҡдим итәләр. Әйткәндәй, тәбиғи һағыҙҙар шифалы – улар үҙәк көйгәндә, тамаҡ ауыртҡанда ярҙам итә. Ә һоло ярмаһынан әҙерләнгән тәмле, өҫтәүенә ашҡаҙан һәм эсәк юлдары өсөн бик файҙалы ла.
Бында эшләгәндәр ҡунаҡтарҙы һыйлап ҡына ҡалмай, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә, мәғлүмәт менән дә бүлешә. Быйыл йәй “Ожмах мөйөшө” өсөн бик уңышлы булған, бында 5 мең тирәһе кеше ял иткән. Күберәк Ейәнсура районынан, Ырымбур өлкәһенән киләләр, шулай уҡ Силәбе өлкәһе, Ҡаҙағстандан да ҡунаҡтар булған.
Ял базаһы хужаһы туризмдың үҫеүе райондың абруйын арттыра, статусын күтәрә, инвесторҙар йәлеп итеүгә лә булышлыҡ итә тип иҫәпләй. Тик агротуризмды үҫтереүгә ер мәсьәләһе ҡамасаулай. Тармаҡ өсөн крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ерҙәрен бүлергәме, әллә рекреацион һәм ауыл хужалығы майҙандарын ҡулланыуға бирергәме – әлегә был һорау һаман да асыҡ ҡала. Мәҡәлә геройы зарланмай. Киреһенсә, район хакимиәтенә төрлө яҡлап ярҙам иткәндәре һәм башланғысын хуплағандары өсөн рәхмәтле. Әммә был юҫыҡта юридик хәл итеүҙе талап иткән һорауҙар бихисап. Улар федераль кимәлдә ҡаралыр һәм беҙҙең төбәктәрҙә эске туризм үҫешер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Былтыр “Ожмах мөйөшө”ндә Һүрәм ауыл биләмәһенең бренд сараһы – “Йәйләү-тур” үтте. Унан тыш бында ҡымыҙ бешеү, буҙа ҡайнатыу, ҡайын туҙынан әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
Кристина Сәйҙәшева. Фото редакция архивынан.