Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Октябрь 2025, 08:59

Күңел төшөп, йәшәүҙең мәғәнәһе юғалып китһә, нимә эшләргә?

Ҡайһы берҙә күңелгә ҡыйын булып китә, йәшәүҙең мәғәнәһе юғалғандай тойола, кәйеф төшә. Ундай саҡтарҙа нимә эшләргә?

Күңел төшөп, йәшәүҙең мәғәнәһе юғалып китһә, нимә эшләргә?
Күңел төшөп, йәшәүҙең мәғәнәһе юғалып китһә, нимә эшләргә?

Аллаһы Тәғәлә фани донъяны һынау майҙаны иткәнгә күрә кешенең хәле бер хәлдән икенсе хәлгә үҙгәреп тора. Йәннәткә ингән мөьмин-мосолмандар ғына тик рәхәтлектә, ләззәттә мәңге йәшәйәсәк.

Ауырлыҡ, ҡыйынлыҡ килгән саҡта, күңел төшкәндә иһә мосолман кеше был донъяның ваҡытлыса ғына икәнен иҫенә төшөрөргә тейеш. Бындай осраҡта ошондай доғаны ҡылырға мөмкин:

Күңелгә ҡыйын булғанда уҡығыҙ

«Аллаһүммә инни әғүүҙү бикә минәл-һәмми үәл-хәзәни, үәл -джүбни үәл-бухли. Үә әғүүҙү бикә мин ғаләбәтид-дәйни үә ҡаһрир-риджәл».

Мәғәнәһе:

«Эй Аллаһым (мине баҫҡан) бәләнән һәм бойоғоуҙан, ҡурҡаҡлыҡтан һәм һаранлыҡтан, түләй алмаҫлыҡ бурыстан һәм бурыслы ҡалыуҙан Үҙеңә һыйынамын».

 

Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите.

Автор: Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас