

Ҡолғарина Зарима Мортаза ҡыҙы 1954 йылдың 30 июлендә Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. 8 класҡа тиклем Темәс урта мәктәбендә уҡый. 1969-1973 йылдарҙа Сибай педучилищеһында уҡый. 1973 йылда Ибрай урта мәктәбенә уҡытырға килгәндә уға бары ни 19 ғына йәш була. Баш көллө эшкә сума Зарима Мортаза ҡыҙы. Баҡсала ла эшләй, колхоз бесәненә лә сыға, утын әҙерләшергә лә йөрөй. Йәш уҡытыусыны 3-сө класҡа етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Зарима Мортаза ҡыҙын 1 сентябрь көнө ҡып-ҡыҙыл галстук таҡҡан 25 уҡыусы ҡаршы ала. Уҡыусылар менән шунда уҡ уртаҡ тел табып, дуҫлашып та китәләр. 36 йыл мәктәбебеҙҙә белем бирә. Башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән саҡта йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, өлкән пионервожатый, агитатор, ауыл буйлап гәзиттәргә яҙыусы, профкомда ағза, коммунист, уларҙың етәксеһе була. Ике тапҡыр ауыл советы депутаты, бәлиғ булмаған балалар инспекторы булып та эшләй. Зарима Мортаза ҡыҙының юлын дауам итеп күп уҡыусылары уҡытыусы һөнәренә эйә була. Шуларҙың береһе - мин. Зарима Мортаза ҡыҙы ипле, яғымлы, балаларҙы яратыусан уҡытыусы булды. Уҡыусыларым менән ярҙамға килгәндә, беҙҙе Зарима апай ҡапҡа алдында йылмайып ҡаршы алды. Балалар менән тиҙ арала утындарҙы ташып, өйөп тә ҡуйҙыҡ. Беҙ эшләгән ваҡытта ул уҡыусыларға өйҙә тәмле сәйҙәрен, балаларға тип бешереп ҡуйған, өҫтәл тулы тәмлекәстәрен әҙерләп тә ҡуйған ине. Бергәләп сәй эскән ваҡытта, Зарима апай балаларға үҙенең мәктәптә эшләгән ваҡыттарын иҫләп һөйләп алды. Тәүге уҡыусыларына хәҙер инде 61 йәш булыуын әйткәс, балалар хайран ҡалдылар. Ә инде аҙаҡҡы уҡыусылары - ул беҙ, йәғни 2018-се йылғы сығарылыш уҡыусылары. Тәүге уҡытыусымдың оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләүенә хайран ҡалырлыҡ та шул! Ул уҡыусыларға рәхмәттәрен, матур теләктәрен әйтеп оҙатып ҡалды! Оҙон ғүмер, һаулыҡ, шатлыҡ, бәхеттәр теләйем яратҡан уҡытыусыма!
Иҙрисова Рузилә,
Шайморатовсылар класы етәксеһе, Ибрай урта мәктәбе.