Ейәнсура районы прокуратураһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшергән.
Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында урынлашҡан 12 күперҙең билдәләнгән талаптарға тап килмәүе асыҡланған. Ҡоролмаларҙа тәрән соҡорҙар һәм ярыҡтар, бетондың һаҡлағыс ҡатламы емерелеүе, таяуҙарҙың деформациялары кеүек күп кенә дефекттар булыуы билдәләнгән. Был шарттар юл-транспорт ваҡиғалары хәүефенә булышлыҡ итә һәм граждандарҙың ғүмеренә, һаулығына, мөлкәтенә зыян килтереү ҡурҡынысы тыуҙыра. Әммә «Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы ремонтлау һәм реконструкциялау буйынса саралар күрмәгән.
Прокуратура баланс тотоусының объекттарҙы хәүефһеҙлек нормаларына тап килтереү бурысы тураһында дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт иткән.
Суд прокуратура талаптарын ҡәнәғәтләндергән һәм учреждениеға күперҙәрҙе ремонтларға, шулай уҡ улар янында юл билдәләрен ҡуйыу бурысын йөкмәткән.
Суд ҡарарының үтәлеше күҙәтеү ведомствоһы контролендә, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы.