

Башстат мәғлүмәте буйынса, 20 октябргә республикала тауыҡ, сосиска, сарделька, сыр, макарон, эремсек, сөгөлдөр, һуған, сусҡа ите, туңдырылған балыҡ, яңы кәбеҫтә, балалар өсөн йәшелсә һәм емеш-еләк консерваларына, вермишель, шәкәргә хаҡтар төшкән. Бер аҙнала улар 0,45 - 1,13 процентҡа арзанайған.
Һәм, киреһенсә, шымартылған дөгө, бөтә төр колбаса, балалар өсөн ит консервалары, тары ярмаһы, ҡаймаҡ, ҡарабойҙай, тоҙ, һөт, көнбағыш майы, йомортҡа, яңы помидор, ҡыяр, кишер, банан, маргарин, сәй, алма, һарыҡ ите һәм башҡа аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы күҙәтелә. Бер аҙнала уларҙың хаҡы 0,1 - 8,28 процентҡа артҡан.
Был ваҡыт эсендә арыш ононан һәм арыш, бойҙай оно ҡатнашмаһынан икмәк хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалған – килограмы уртаса 92,78 һум.
Бынан тыш, төбәк статистиктары бер нисә маркалы бензин һәм дизель яғыулығының бер аҙ ҡиммәтләнеүен теркәгән. Бер аҙнала уларҙың хаҡы 0,14 - 0,53 процентҡа артҡан.
Фото: Галина Бахшиева/“Башинформ”