

15 октябрҙән 5 ноябргә тиклем Ҡытайҙа «Мисс дружба народов Интернешнл-2025» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы үтә. Рәсәй исеменән «Башҡортостан Һылыуҡайы-2023» титулын яулаусы һәм Өфө агентлығы моделе Алина Фәрхетдинова сығыш яһай.
Алинаға 19 йәш, ул Өфө фән һәм технологиялар университеты башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының икенсе курс студенты, тип хәбәр итте модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова. Һылыуҡай инглиз һәм испан телдәрен белә, ғәрәп һәм ҡытай телдәрен өйрәнә. Шулай уҡ ул эстетик гимнастика тренеры булып тора. Быйыл йәй Ул Һиндостанда Miss Glam World халыҡ-ара конкурсында еңеү яулаған.
Конкурс донъяның 60 иленән ҡатнашыусыларҙы йыя. Сара барышында конкурсанттар Ҡытайҙың 5 ҡалаһына барасаҡ. Шулай уҡ мисс талант, иң яҡшы милли кейем, мисс бикини һәм башҡа этаптар үтә.