Йәмғиәт Общество
5 Ноября 2025, 12:05

Шәкәргә хаҡ артырмы?

Башҡортостанда шәкәргә хаҡтарҙың артыуын көтөргәме-юҡмы икәнлеге тураһында билдәле булды

Шәкәргә хаҡ артырмы?Шәкәргә хаҡ артырмы?
Шәкәргә хаҡ артырмы?

Башҡортостанда шәкәргә хаҡтарҙың артыуы көтөлмәй, тип белдерҙе матбуғат конференцияһында БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, «Башинформ» агентлығы һорауына яуап биреп.

Министр билдәләүенсә, Башҡортостан шәкәргә һәм башҡа аҙыҡ-түлеккә ихтыяжын бер нисә йыл инде тулыһынса тәьмин итә. Төбәктә шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы ағымдағы йылда гектарынан рекордлы 480 центнерға еткән. 2025 йылда был техник культураны сәсеү майҙандары ҡыҫҡартылһа ла, аграрийҙар 2 миллион тоннанан ашыу татлы тамыраҙыҡ йыйған.

Шул уҡ ваҡытта илдең күп кенә төбәктәрендә шәкәр сөгөлдөрө уңмауы күҙәтелә, шуның арҡаһында шәкәр 2026 йылдың беренсе яртыһында Рәсәй магазиндарында 2025 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 25-30 процентҡа ҡиммәтләнергә мөмкин. Был беҙгә ҡағылмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ.

"Беҙ шәкәргә ваҡлап һатыу хаҡтарының артыуын көтмәйбеҙ, – тип аңлатма бирҙе республика хөкүмәте вице-премьеры. — Башҡортостандың ике шәкәр заводы – “Раевсахар" һәм Шишмә шәкәр заводы тәүлегенә 12 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәртә һәм тәүлегенә 1800 тонна шәкәр етештерә. Төбәктә хаҡтарҙың артыуы булмаясаҡ".

 

Башҡортостандың аграр ведомствоһы башлығы һүҙҙәренсә, шәкәргә күмәртәләп һатыу хаҡтары түбән кимәлдә ҡала бара. Шуға күрә уны етештереү менән шөғөлләнеүселәр «ағымдағы ихтыяждарҙы ғына ҡаплай».

Фото: "Башинформ".

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас