

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәлде һүтеү уны ҡороуҙың кире тәртибендә башҡарылды. Эште башлар алдынан белгестәр һәйкәлде лә, нигеҙен дә ентекле тикшерҙе. Деталдәрҙе хәүефһеҙ күсереү өсөн махсус техника ҡулландылар.
Артабан һәйкәлдең өлөштәрен Өфөләге махсуслаштырылған оҫтаханаға ташыясаҡтар һәм оҙаҡламай реставрацияның төп этабы башланасаҡ.
Реставрацияның төп маҡсаты – һәйкәлдең элекке тарихи йөҙөн ҡайтарыу һәм уны һаҡлау. Бөтә эштәр мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауҙы гарантиялаған федераль закон нигеҙендә башҡарыла. Реставрациянан һуң скульптура ла, постамент та тәүге ҡиәфәтенә ҡайтасаҡ.
Реставрация эштәре 2027 йылда тамамлана, ә һәйкәл урынына үҙенең 60 йыллыҡ юбилейы алдынан кире ҡуйыласаҡ.
Эштәр Рәсәй сәнғәт академияһы етәкселегендә башҡарыла. Реставрация барышын БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы, Ростехнадзорҙың Көнбайыш-Урал идаралығы, Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау мәсьәләләре буйынса күҙәтеү советы күҙәтә.
Быға тиклем «Башинформ» Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеүҙең һуңғы этабы башланыуы хаҡында яҙғайны.