

«Башнефть» заправкаларында ноябрь башынан икенсе тапҡыр яғыулыҡ ҡиммәтләнде. Бензиндың бөтә төрҙәренә хаҡтар 20 тингә күтәрелгән. Мәҫәлән, хәҙер иң популяр АИ-92-нең бер литры – 58,9, АTUM-92 60,2 һумға төшә. АИ-95 – 62,7 һум, ATUM-95 63,95 һум тәшкил итә.
Юғары октанлы АИ-100 бензинының хаҡы иһә 50 тингә – бер литры 83,65 һумға тиклем артҡан. Ҡышҡы дизель яғыулығы ла шул тиклем ҡиммәтләнгән – бер литры 72,4 һум.
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ»