Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Декабрь 2025, 11:25

Иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайыҡ

3 декабрь – Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайыҡ
Иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайыҡ

Ҡәҙерле яҡташтар, сәләмәтлек мөмкинлектәре сик­ләнгән граждандар! 3 декабрь – Халыҡ-ара инвалидтар көнө – көслө һәм маҡсатҡа ынтылыусан, тормош, ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, нисек ҡәҙерле икәнлеген аңлаған кешеләр көнө.
Бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән яҡташтарыбыҙ сирҙәргә ҡаршы тороп йәшәй белеү генә түгел, әүҙем эшмәкәрлек алып бара: уҡый, эшләй, спорт, ижад менән шөғөлләнә. Тормошто яратыуҙың һәм оптимизмдың был сағылышы күптәребеҙ өсөн өлгө булып тора ала.
Был көндө һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм өлкәндәргә күңел йылыһы һәм иғтибар бүләк итеүселәргә: социаль хеҙмәткәрҙәргә, уҡытыусыларға, табиптарға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Мөмкинлек­тәре сикләнгән кешеләр үҙ-үҙҙәренә ышанһын, тормош­тары сағыу төҫтәр һәм яҡшы тәьҫораттар менән тулһын һәм яндарында һәр ваҡыт яҡындары, аңлаусы кешеләре булһын өсөн улар барыһын да эшләргә тырыша.
Был кешеләр үҙҙәрен мәхрүм итеп тоймаһын өсөн мөм­кин булғандың барыһын да эшләү – һәр беребеҙҙең бурысы. Тик беҙҙең ярҙам итергә әҙерлегебеҙ, хәстәрлегебеҙ һәм иғтибарыбыҙ ғына уларға алға барырға, үҙ көсөнә ыша­нырға һәм тормошта лайыҡ­лы урын табырға булышлыҡ итәсәк. Бәхет, именлек һеҙгә, дуҫтар, үҙ көсөгөҙгә ышаныс таш­ла­маһын, бөтә ниәттәрегеҙ һәм хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас