Ярай, төптән уйлап ҡараһаң, был һанап үткәндәрем бик мөһим дә түгел инде. Иң мөһиме, Филүс еҙнәм эсмәй, тартмай, спорт менән шөғөлләнә, әле дингә лә тартыла башлаған шикелле. Балаларын бик матур итеп тәрбиәләйҙәр.
Апайым, уның бәхетле ғаилә тормошо өсөн һәр ваҡыт һөйөнә инем, тик күптән түгел беҙҙең арала булған һөйләшеү уйланырға мәжбүр итте.
-Эйе, беҙ тыштан бик бәхетле ғаилә булып күренәбеҙҙер. Ләкин, туғанҡайым, күпме төндә мендәргә ҡапланып илағанымды, нисә тапҡыр йыуыныу бүлмәһенә бикләнеп күҙ йәштәренә ирек биреүемде белһәң икән... Минеңсә, тормош иптәше – ул бергә донъя көткән, мал тапҡан, балалар тәрбиәләгән генә кеше түгел, ә һинең күңел халәтеңде аңлаған, эске кисерештәреңде ҡабул иткән дуҫың, иң яҡын кешең булырға тейеш.
Үҙемде йыш ҡына өйҙә йыйыштырыусы, ашнаҡсы, тәрбиәсе итеп тоям. Филүс бит минең нимә кисереүемде, нимә тураһында хыялланыуымды ла белмәй һәм белергә лә теләмәй. Һуңғы ваҡытта уның менән күҙгә-күҙ ҡарашып рәхәтләнеп һөйләшеп ултырып та булмай. Бер өй аҫтында йәшәгән күршеләр кеүекбеҙ. Әйтерһең дә, икебеҙ ике ярҙабыҙ, ә арабыҙҙа - упҡын. Ошо упҡын ҙурайғандан-ҙурая һәм йөрәкте кимерә кеүек.
Эйе, ул миңә бер ауыр һүҙ ҙә әйткәне юҡ, ситтә һөйәркәһе булыуы мөмкин түгел, сөнки эштән һуң һәр ваҡыт өйҙә. Тик шулай ҙа уның тарафынан мөхәббәт етмәй. Ҡайһы ваҡыт уның үҙен дә йәлләп ҡуям. Миңә тиклем йөрөгән ҡыҙы менән юҡҡа ғына ташлашҡан булғандар. Әгәр уның менән бергә булһалар, бәлки, яҙмышы бәхетлерәк булыр ине, тим.
Үҙем иһә һуңғы ваҡытта һәр ваҡыт Айтуған тураһында уйлайым. Шуға ла, туғанҡайым, һиңә шунай кәңәш – буласаҡ иреңде яратыу-яратмауың мөһим түгел, иң мөһиме, ул һине ысын күңеленән яратһын! Ҡатын-ҡыҙ бәхете – ирҙән. Яратҡан ир янындағы ҡатындар нәфис рауза сәскәһе кеүек бит ул. Ә парлы килеш яңғыҙ булыуҙары, һай, ауыр... – тип аһ-зарын түгеп алды апайым.
Филүс еҙнәм апайымды яраталыр, әлбиттә, тик йылдар үтеү менән донъя йөгө, мәшәҡәттәр баҫып, бер-береһенә артыҡ өйрәнеп китеп, бер-береңде уҡылған китап кеүек ҡабул итә башлайһыңмы икән?
Бәлки, был осраҡта ҡатын-ҡыҙ йомаҡ, асылмаған сер кеүек булырға тейеш, тигән кәңәш урынлылыр... Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, гәзит уҡыусылар?
Наҙгөл БАЙРАМОВА.