Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Декабрь 2025, 14:50

Хәмер һатыу сикләнә

Яңы йыл каникулы осоронда магазиндарҙа алкоголле эсемлектәр һатыу режимы тураһында хәбәр ителде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы республикала Яңы йыл каникулы ваҡтында алкоголь һатыу режимы тураһында иҫкә төшөрҙө.

Ҡыҫҡартылған режим 3 ғинуарҙан башлап дүрт көн дауамында ғәмәлдә буласаҡ. Спиртлы эсемлектәрҙе сәғәт 8.00-дән 17.00-гә тиклем, 4-6 ғинуарҙа сәғәт 10.00-дән 17.00-гә тиклем һатып алырға мөмкин. Ҡалған көндәрҙә, шул иҫәптән 1, 2 һәм 7 ғинуарҙа, ғәҙәти график (8-ҙән 23-кә тиклем) ғәмәлдә була. Сикләүҙәр ваҡлап һатыу селтәренә генә ҡағыла. Кафе һәм ресторандар яңы йыл каникулдары көндәрендә ғәҙәттәгесә спиртлы эсемлектәр һата.

Шулай итеп, төбәктә алкоголь продукцияһы түбәндәге график буйынса һатыласаҡ:

1 ғинуар – иртәнге сәғәт 8-ҙән 23-кә тиклем

2 ғинуар – иртәнге сәғәт 8-ҙән 23-кә тиклем

3 ғинуар – иртәнге сәғәт 8-ҙән 17-гә тиклем

4 ғинуар – иртәнге сәғәт 10-дан 17-гә тиклем

5 ғинуар – иртәнге сәғәт 10-дан 17-гә тиклем

6 ғинуар ­– иртәнге сәғәт 10-дан 17-гә тиклем

7 ғинуар – 8 сәғәттән 23 сәғәткә тиклем.

Бындай тыйыуҙар Башҡортостанда йыл һайын Белем көнөндә, Йәштәр көнөндә, мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырауҙа, шулай уҡ Һабантуй көндәрендә индерелә. Ҡағиҙәне боҙған өсөн штраф билдәләнгән. Вазифалы кешеләр өсөн ул — 20-40 мең һум, юридик берәмектәр өсөн 100-300 мең һум тәшкил итә.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас