Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Декабрь 2025, 11:20

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙа үҙгәрештәр

2026 йылда әрмегә саҡырыу йыл әйләнәһенә дауам итәсәк

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙа үҙгәрештәр
Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙа үҙгәрештәр

Рәсәй президенты Владимир Путин 2026 йылда Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән граждандарҙы бушатыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Хеҙмәт итеү урынына саҡырыу һәм ебәреү 2026 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем барасаҡ. 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге, запаста булмаған һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле Рәсәй граждандары саҡырыласаҡ. Уларҙың һаны 261 000 кеше тәшкил итә.

Быға тиклем саҡырылыш йылына ике тапҡыр: яҙ (1 апрелдән 15 июлгә тиклем) һәм көҙ (1 октябрҙән 31 декабргә тиклем) үтә ине.

Шулай уҡ документ саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәт срогы тамамланған һалдаттарҙы, матростарҙы, сержанттарҙы һәм старшиналарҙы хәрби хеҙмәттән бушатыуҙы регламенттай.

РФ хөкүмәтенә, РФ субъекттарының башҡарма органдарына һәм саҡырыу комиссияларына ил граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле сараларҙы үтәүҙе тәьмин итергә ҡушылды.

Фото: "Башинформ".

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас