Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүҙең һуңғы срогы 1 марттан айҙың 10-сы көнөнән 15-се көнөнә күсерелә, был просрочкалар һәм пеня иҫәпләүҙәр булдырмаҫҡа мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итте РИА Новости агентлығына Дәүләт Думаһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Сергей Колунов.
"Тиҙҙән, 1 марттан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү ваҡытын биш көнгә алға күсереүсе закон көсөнә инәсәк. Уға ярашлы, рәсәйҙәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн айҙың 15-нә тиклем түләй ала", – тине Колунов.
Парламентарий һүҙҙәренсә, был закон халыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. "Эш хаҡының 10-на тиклем бөтәһенә лә килмәүен беләбеҙ. Күп кенә рәсәйҙәр айҙың 12-15-се көндәрендә эш хаҡы ала. Уларға, әлбиттә, "коммуналка" өсөн аҡса килгәндән һуң түләү уңайлыраҡ буласаҡ. Һәм бында һүҙ уңайлылыҡ тураһында ғына түгел – закон просрочкаларҙан һәм пеня түләүҙән ҡотолорға мөмкинлек бирәсәк", – тип белдерҙе ул.