2026 йыл хеҙмәт мөнәсәбәттәренә лә үҙгәрештәр индерҙе. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) 21 процентҡа тиерлек артты һәм 1 ғинуарға 27 093 һум тәшкил итте. Башҡортостанда ул (коэффициенттарҙы ла иҫәпкә алып) 31 156 һумға етте.
Республикабыҙҙа хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменән тыш, минималь эш хаҡы тураһында килешеү бар. Иҡтисадтың реаль секторындағы хеҙмәткәрҙәрҙең минималь эш хаҡы күләме хәҙер 32 933 һум тәшкил итә. Был килешеү 2028 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтылды.
Халыҡтың йән башына тура килгән йәшәү минимумы дәүмәле 6,8 процентҡа артты – был күпселек социаль ярҙам саралары өсөн төп йүнәлеш. 1 ғинуарҙан республикала ул 16 856 һум тәшкил итә. Төп социаль-демографик төркөмдәр буйынса: эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 18 373 һум, пенсионерҙар өсөн – 14 496 һум, балалар өсөн– 16 350 һум.
2026 йылдан башлап эш биреүселәр бала тыуғанда хеҙмәткәрҙәренә бер миллион һумға тиклем аҡса түләй ала.
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн яңы ярҙам сараһы барлыҡҡа килде. Ошо йылдан алып яугирҙәрҙе эшкә урынлаштырыу өсөн квота булдырылды.