Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Ғинуар , 12:22

Хәтирәләр генә ҡалды...

Бөгөн, 19 ғинуарҙа, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Әхмәҙулла улы Түләбаевҡа 102 йәш тулыр ине. Был мәҡәлә ветеран олатайҙың яҡты иҫтәленә бағышлана.

Хәтирәләр генә ҡалды...
Хәтирәләр генә ҡалды...

Ейәнсура районынан Бөйөк Ватан һуғышында 7899 кеше ҡатнаша, шуларҙың 2732-һе генә тыуған яғына әйләнеп ҡайта ала. Шуларҙың береһе – Фәтхулла Әхмәҙулла улы Түләбаев. Ветеран олатайыбыҙ, ә беҙ уны шулай тип йөрөтә инек, 2024 йылдың 4 ғинуарында мәңгелек донъяға күсте. Быйыл 19 ғинуарҙа уға 102 йәш тулыр ине. Был мәҡәләмде ветеран олатайыбыҙҙың яҡты иҫтәленә бағышлайым.

Мәктәп йылдары һәр кемдең күңелендә матур хәтирәләр булып һаҡлана. Минең дә Иҫәнғол ауылының Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәбендә уҡыған осором тик күңелле ваҡиғаларға, иҫтәлекле осрашыуҙарға, яңы танышыуҙарға бай булды. Ветеран олатай менән дә тап уҡыусы сағымда таныштым.

5-се класҡа күскәс, Фәтхулла Әхмәҙулла улы менән танышыу һәм тығыҙ аралашыу класс етәксебеҙ Роза Әхмәт ҡыҙы Квасова ярҙамында башланды. Уҡыу йылы дауамында класыбыҙ менән ветеранға бер нисә тапҡыр бара инек. Әлбиттә, төп маҡсатыбыҙ ветераныбыҙға, уның тормош иптәшенә ярҙам итеү ине, әммә Фәтхулла олатай менән Нурикамал инәй беҙҙе бер ваҡытта ла эшләтмәне. “Һеҙ – беҙҙең ҡунаҡтар”, – тиер ине улар. Ысынлап та, олатай ул ваҡытта туҡһанды уҙған булһа ла яҙ баҡсаһын үҙе ҡаҙыр, ҡышын ҡарын көрәр ине. Йәштәрҙән һис ҡалышманы.

Беҙ барып инеү менән ветеран олатайыбыҙ түшендә миҙалдар ялтлап торған костюмын, башына түбәтәйен кейеп, ҡолас йәйеп ҡаршы алыр, ә хужабикә өҫтәл ултырта башлар ине. Беҙ ҙә ҡунаҡҡа буш йөрөмәнек: ҡыҫҡа ғына сценарий яҙып, бер-ике йырҙан, ҡурай моңонан, бейеүҙән торған музыкаль күстәнәс алып бара торғайныҡ. Бигерәк тә, Фәтхулла олатай “Порт-Артур”ҙы яратты.
Фәтхулла Әхмәҙулла улының күҙ йәштәре аша һуғышты иҫләп һөйләүҙәре әле лә күҙ алдында. Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылғанда уға ни бары ун һигеҙ генә йәш булған. Бөйөк Ватан һуғышы, унан япон һуғышы... Тыуған яғына 1949 йылда ғына әйләнеп ҡайтҡан яугир 1950 йылда Нурикамал Һибәтулла ҡыҙын осрата. Улар өйләнешеп, дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә һөйөклө ҡартай-өләсәй булып 68 йыл татыу ғүмер иткәндәр.

Ветеран олатайыбыҙ балаларҙы бик яратты. Мәктәбебеҙҙең дә йыш ҡунағы булды ул. Ветераныбыҙ менән һәр осрашыу йылы, туғандарса яҡын ине. Уның тырышлығы, эшһөйәрлеге, ҡунаҡсыллығы барыбыҙға ла өлгө булды. Беҙҙең шундай бөйөк кеше менән таныш булыуыбыҙ – ҙур бәхет. Ә 2017 йылдың яҙында беҙҙең класс Фәтхулла олатай менән мәктәп ихатаһында иҫтәлеккә тип шыршы ултыртты. Ул ағас бөгөн матур булып үҫеп килә. Был, минеңсә, үҙенә күрә бер тарих.

Ҡыҙғаныс, әммә беҙ – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын күреп, уларҙың күҙҙәренә ҡарап, ҡулын ҡыҫып рәхмәт әйтеү мөмкинлеге булған һуңғы быуын. Бәлки, бала, йәшерәк булғанда ветерандарҙың ни тиклем мөһим шәхес булыуын тейешенсә аңлап та еткермәгәнбеҙҙер. Әммә хәҙер, махсус хәрби операция ваҡытында, аяҙ күк йөҙө, тыныс тормош өсөн ғүмерҙәрен аямай көрәшкән, яу ҡырында ятып ҡалған батырҙарыбыҙҙы күреп, аңлайбыҙ һәм ил именлеге өсөн һуғышҡан һәр яугир алдында баш эйәбеҙ.

Наҙгөл Ҡаҙаҡбаева.

Видео: Тулибаев Ильсаф
Роза Әхмәт ҡыҙы Квасова, Ф.Солтанов исемендәге мәктәптең музыка уҡытыусыһы: – Мәктәбебеҙ ветеран менән тығыҙ бәйләнештә булды. Миңә уҡыусыларым менән бергә уның менән аралашыу бәхете тейҙе. Уның тураһында күңелдә тик яҡты хәтирәләр һаҡлана. Мин 16 йыл дауамында Фәтхулла Түләбаев янына өс класымды йөрөттөм. Балаларҙың бөтәһе лә олатай янына яҡын кешеһе янына кеүек ҙур теләк менән барҙы. Ул балаларҙы һәр ваҡыт көттө. Пандемия ваҡытында ла, ветеранға барыу йәки мәктәпкә саҡырыу тыйылған саҡта, уҡыусыларым менән изге йоланан тайпылманыҡ. Уны Еңеү көнө менән тәҙрә аша ҡотлап, “Порт Артур”ҙы йырлап, күңелен күреп ҡайттыҡ. Ветеран шул тиклем ҡыуанды. Һуңғы йылдарҙа Фәтхулла Әхмәҙулла улы үҙе миңә йыш шылтыратып торҙо, уҡыусыларҙы һағына ине. “Тауышыңды ишеттем”, – тип һүҙҙе тамамлап ҡуйыр ине. Шундай изге күңелле, яҡты кеше менән таныш булыуым менән мин бәхетле!

Белешмә

Фәтхулла Әхмәҙулла улы Түләбаев 1924 йылдың 19 ғинуарында Ейәнсура районының Үрнәк (Кәлимулла) ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, 1943 йылдың йәйендә Фәтхулла Түләбаев 3-сө Белоруссия фронтының 39-сы армияһы составында Смоленск, Витебск, Вильнюс, Каунас һәм Кенигсберг ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһының механигы-водителе булараҡ, Белоруссияның Витебск ҡалаһын азат итеү барышында контузия ала. Шуға ҡарамаҫтан, артабан хәрби хеҙмәт үтеү өсөн артиллерия полкына ебәрелә, унда ул ауыр артиллерияны йөк автомобиле водителе сифатында ташый. Еңеүҙе Фәтхулла Әхмәҙулла улы Кенигсберг ҡалаһы эргәһендә ҡаршы ала, әммә уның һүҙҙәре буйынса һуғыш1945 йылдың 15 майына тиклем туҡтамай.

Европала һуғыш бөткәс, яҡташыбыҙ 39-сы армия менән бергә Японияға ҡаршы һуғышҡа ебәрелә, унда Байкал аръяғы фронты составында һуғыша, Хинган-Мукден һөжүм итеү операцияһында ҡатнаша.

Ветеран Порт-Артурҙа һуғышты тамамлай. Байтаҡ хәрби наградаларға, шул иҫәптән «Батырлыҡ өсөн», «Кенигсбергты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдарына һәм Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. 1949 йылда ғына демобилизациялана.

Читайте нас