Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Февраль , 18:05

Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған

...

Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған
Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2 февралгә республикала помидорҙар һиҙелерлек – уртаса 4,46 һумға (йәки 1,95 процентҡа) арзанайған, уларҙың  бер килограмы 224,7 һум тәшкил итә.

Шулай уҡ балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмалары буйынса хаҡтарҙың түбәнәйеүе теркәлгән – уларҙың хаҡы 8,87 һумға (0,70%) кәмегән һәм килограмы 1263,98 һум тәшкил иткән.

Шымартылған дөгө килограмы 100,80 һумға тиклем, ә юғары сортлы ондан макарондар 93,26 һумға тиклем арзанайған.

Алмалар 1,42 һумға (0,94%) арзанайған, уларҙың уртаса хаҡы бер килограмға 149,61 һум тәшкил иткән. Банан 142,70 һумға тиклем арзанайған. Маргариндың бер килограмына хаҡ 284,56 һумға тиклем төшкән.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ»

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас