Хеҙмәт бурысы буйынса суд приставтары йыш ҡына бурыслыларҙы ғәҙәти булмаған урындарҙа таба: подвалдарҙа, келәттәрҙә һәм карауаттар аҫтында. Тағы бер алиментсы үҙенең тапҡырлығы менән хайран ҡалдырған.
Бәлиғ булмаған балаларҙы тәрбиәләү әсәйҙәре хоҡуғынан мәхрүм ителгәндән һуң атаһының иңенә төшә. Күп балалы әсәй ғаиләһен ташлап китә. Ҡатын оҙаҡ ваҡыт алимент түләү буйынса башҡарма документ талаптарын үтәмәй һәм Балаҡатай районы суд приставтары иғтибарына эләгә. Суд ҡарарына ярашлы, гражданка бәлиғ булмаған балаларҙы ҡарау өсөн эш хаҡының яртыһын йәки башҡа килеменең түләргә тейеш була. Бурыс суммаһы 500 мең һумға яҡынлаша.
Балаҡатай районында йәшәүсе был 38 йәшлек ҡатын үҙ балаларына битарафлығы өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған. Ул бер нисә ай колонияла үткәрә, әммә тейешле һығымталар яһамай. Гражданкаға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса тағы енәйәт эше ҡуҙғатыла. Күп балалы әсәне һорау алыу өсөн саҡыралар, әммә ул килергә ашыҡмай. Закон һаҡсылары бурыслының өйөнә бара.
Пропискала күрһәтелгән адрес буйынса ҡатынды таба алмайҙар. Уның менән бергә йәшәгән ир, ул өйҙә юҡ, һәм күптән инде яңғыҙ йәшәйем, тип ышандыра. Икенсе тапҡыр "юғалыу номеры" үтмәй: бурыслының күршеләре уны күптән түгел генә үҙ йортоноң ихатаһында күргәндәрен һөйләй. Йорттоң һәр мөйөшөнә ҡарап, суд приставтары китергә йыйына, әммә уларҙың иғтибарын кухняла торған туңдырғыс-һандыҡ йәлеп итә. Шулай итеп, юғалған ҡатын табыла.
Алдағы көндәрҙә суд күп балалы әсәнең артабанғы яҙмышы буйынса ҡарар ҡабул итәсәк.
Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.