Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Февраль , 11:37

MAX-та йорт чатында теркәлдеңме?

“Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” ҡушымтаһындағы MAX платформаһында яңы йорт чаты барлыҡҡа килгән. Ул нимәгә кәрәк?

MAX-та йорт чатында теркәлдеңме?
MAX-та йорт чатында теркәлдеңме?

MAX-тағы йорт чаты – һеҙ йәшәгән өйҙөң рәсми сәхифәһе. Ул милекселәр һәм ошо өйҙә йәшәгәндәр тарафынан дөйөм йорт мәсьәләләре буйынса фекер алышыу, идарасы ойошма вәкилдәре менән үҙ-ара эш итеү өсөн төҙөлгән.

Яңы чаттың өҫтөнлөктәре:

Чат даими эшләй. Уны Башҡортостан Республикаһының Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты асҡан, шуға күрә идарасы ойошма алмашынған осраҡта ла ул үҙгәрмәйәсәк. Идарасы компания үҙгәрһә, дәүләт комитеты чаттың эшен көйләү өсөн яңы идарасыны унда өҫтәй.

Сәхифәнең эше тотороҡло, интернет сикләнгәндә лә унан файҙаланырға мөмкин – MAX интернет ресурстарының “аҡ” исемлегенә индерелгән.

Чатта “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” тигән бот бар. Ул күрһәткестәрҙе тапшырыу һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты тураһында иҫкәртәсәк. Чат-боттың мөмкинлектәре артабан киңәйәсәк.

Йортоғоҙ чатына нисек инергә? Уны нисек табырға?

“Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” ҡушымтаһын асып, теркәлегеҙ. Күсемһеҙ милекте һайлағыҙ. Экранда “Йорт чаты” тигән блокта MAX-та өйөгөҙҙөң рәсми чатын күрерһегеҙ. Шуға баҫһағыҙ, һайлаған чатҡа инерһегеҙ.

Бер нисә милкегеҙ булһа, уларҙың һәр ҡайһыһын һайлағанда “Дәүләт хеҙмәте. Йорт” ҡушымтаһында өйөгөҙҙөң сәхифәһе лә үҙгәрер.

MAX-ты әлегә тиклем файҙаланмаһағыҙ, өй чатына инеү өсөн ҡушымтаны мотлаҡ күсереп алырға һәм теркәлергә кәрәк.

Автор: Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас