Ибрай моделле китапханасыһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре 6-сы - Шайморатовсылар класы уҡыусылары менән “Афған ере - йөрәк яраһы” исемле патриотик сәғәт үткәрҙе.
Афған... Был һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдына тау-ташлы рәхимһеҙ ҡояшлы афған ере күҙ алдына килеп баҫалыр.
Афған беҙҙең ауылды ла ситләп үтмәй. Дүрт ауылдашыбыҙға Афған һуғышында ҡатнашырға тура килә. Бына улар: Ҡыҙрасов Айҙар Миңннбай улы, Исхаҡов Әмир Зәкир улы, Батталов Риф Зөлҡәрнәй улы, Ҡәҙербаев Рәсүл Әхмәтғариф улы.
Сараға Афғанстанда хеҙмәт итеп, Тыуған еренә иҫән — һау әйләнеп ҡайтҡан ауылдашыбыҙ — Исхаҡов Әмир Зәкир улы саҡырылғайны. Китапханасы уҡыусыларға Афған һуғышының тарихын һөйләп үтте лә, һүҙҙе ветеран ауылдашыбыҙ Әмир Зәкир улына бирҙе. Ул үҙенең армия сафтарына алыныуы, һуңынан Афған һуғышында хеҙмәт итеү осорондағы төрлө хәлдәр, ҡыҙғаныс хәтирәләре тураһында уҡыусылар менән уртаҡлашты. Әмир Зәкир улы үҙенең сығышынан һуң егет һәм ҡыҙҙарға тырышып уҡырға, спорт менән дуҫ булып үҫеүҙәрен теләне.
Афған ере! Ошо бер кәрәкмәгән һуғыш арҡаһында күпме гонаһһыҙ, әле йәшәргә лә өлгөрмәгән егеттәребеҙ индәренә автоматтарын аҫып, тау-таш араһына афған халҡының тыныслығын яҡлап үҙ ғүмерҙәрен бирҙеләр. Күпме ғаилә ут эсендә йәшәне. Күпме әсәнең ғәзиз балаһы өсөн ҡайнар күҙ йәштәре аҡты. Ошо һуғыш арҡаһында Ибрай ауылы батыр, ҡыйыу йөрәкле егетте - Ҡәҙербаев Рәсүлде юғалтты. Китапханасы уҡыусыларға уның батырлығы тураһында һөйләне һәм "Онотолмай афған яралары” исемле күргәҙмә менән дә таныштырҙы.
Бөгөн илебеҙ өсөн башын һалған, үҙенең бурыстарын үтәгәндә һәләк булған ауылдашыбыҙҙы 1 минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ
Йылдар уҙа, донъяға яңы быуындар килә. Әммә ҡан ҡойғос һуғыштар тураһында беребеҙҙең дә оноторға хаҡы юҡ. Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, Чечен ерендә, МХО-ла һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен!
Сәүиә Ҡолмөхәмәтова, китапханасы.
Ибрай ауылы.