Республикала "Айыҡ водитель" операцияһы башланды. Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, операция иҫерек килеш транспорт менән идара итеүҙе иҫкәртеү маҡсатында үткәрелә.
Саралар бөгөндән 24 февралгә тиклем үтәсәк.
"Төп бурыс – иҫерек килеш транспорт менән идара итеүгә бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү. Был сара сиктәрендә, мөмкин тиклем күберәк шәхси составты йәлеп итеп, байрам саралары һәм күмәк күңел асыу урындарында водителдәрҙең иҫереклек билдәләрен асыҡлауға тикшереүҙәр үткәреләсәк», – тип иҫкәрттеләр ведомствола.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһы статистикаһы буйынса, 2025 йылда үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының һәр дүртенсеһе иҫерек водителдәр ҡатнашлығында булған.