Бөтә яңылыҡтар

Йәштәргә – 1 миллион һумға тиклем грант

Быйыл Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың беренсе грант конкурсы иғлан ителде

Йәштәргә – 1 миллион һумға тиклем грант
Йәштәргә – 1 миллион һумға тиклем грант

Башҡортостан йәштәре мәҙәниәт, спорт, патриотизм, мәғариф, медиа һәм тағы 13 тематик номинация өлкәһендә проекттар тәҡдим итергә һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодежь) грант конкурсы иғлан итә, ул Рәсәй президенты Владимир путин инициативаһы менән булдырылған «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә үтә.

"Башҡортостан йыл һайын еңеүселәр һаны һәм йәлеп ителгән гранттар суммаһы буйынса ил төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбенә инә – был күрһәткестәр буйынса беҙ бишенсе урынды биләйбеҙ. 2025 йылда республика йәштәренең 119 проекты 85 миллион һумлыҡ ярҙам алды. Конкурсҡа сифатлы әҙерләнеү өсөн республиканың һәр йәш кешеһе беҙҙең Йәштәр проект офисына мөрәжәғәт итергә һәм заявка биреү буйынса бушлай консультация алырға мөмкин", – тип аңлатты төбәктең йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.

Ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас