Бөтә яңылыҡтар

Ейәнсура ҡыҙы беренсе «Мисс Медицина» титулын яуланы

Матурлыҡ конкурсы Өфө медицина округы хеҙмәткәрҙәре араһында үтте

Ейәнсура ҡыҙы беренсе «Мисс Медицина» титулын яуланы
Ейәнсура ҡыҙы беренсе «Мисс Медицина» титулын яуланы

Өфөлә беренсе «Мисс Медицина» тажын Рәмилә Латипова яуланы. Ул 21-се ҡала дауаханаһының функциональ диагностика бүлегендә өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй, тип яҙа “Башинформ”.

Рәмилә сәхнә һәм конкурстар уның өсөн беренсе тапҡыр булмауы тураһында белдерҙе. Мәктәп йылдарында уҡ ул тыуған Ейәнсура районында район матурлыҡ конкурсында еңеүсе булған.

Өфө медицина округы хеҙмәткәрҙәре араһында тәүге тапҡыр матурлыҡ конкурсын профилле министрлыҡ һәм 5-се ҡала дауаханаһының йәштәр советы ойошторған.

Беренсе вице-мисс исемен – 50-се поликлиниканан Рузилә Чугаева, ә икенсе вице-мисс титулын 6-сы стоматполиклиниканан Мария Элоян алған. Интернет-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса тамашасылар һөйөүе призына 9-сы дәүләт клиник дауаханаһынан Лиана Ҡасимова лайыҡ булған.

Фото: Минздрав РБ / Пресс-служба

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас