Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Март , 12:40

Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығын Фәнүр Шәйхисламов етәкләйәсәк

...

Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығын Фәнүр Шәйхисламов етәкләйәсәк
Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығын Фәнүр Шәйхисламов етәкләйәсәк

Бөгөн, 12 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Тәтешле районында булды.

Үрге Тәтешле ауылында ул район Советы ултырышында ҡатнашты. Унда урындағы депутаттар Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Башҡортостан башлығы бындай ҡарарҙың сәбәптәрен аңлатыу өсөн махсус рәүештә районға килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Шунда уҡ әйтергә теләйем: район хакимиәте башлығы етәксеһен алмаштырыу идара итеү командаһы өсөн дә, район халҡы өсөн дә һәр ваҡыт ҙур стресс икәнен яҡшы аңлайым. Ә Фәнүр Рәфис улы кеүек етәксе алмашыныуы икеләтә ҙур стресс, сөнки 5 йылдан ашыу эшләү дәүерендә ул үҙен бик белемле заманса идарасы, бурыстарҙы хәл итеүгә һәм район халҡына яуаплы ҡараған кеше итеп күрһәтте, - тип билдәләне Радий Хәбиров.  – Фәнүр Рәфис улын Өфөгә алабыҙ, ул беҙҙең ҙур идара итеү командаһы ағзаһы, һәм уның алда бик яуаплы вазифа көтә. Беҙгә республикабыҙ мәҙәниәт министрлығының эшен тотороҡландырырға кәрәк. Шуға күрә мин Фәнүр Рәфис улының мәҙәниәт министрлығына күсерелеүе, министрлыҡ эшен тотороҡландырыуы һәм унда үтәлергә тейешле бурыстарҙы хәл итеүе тураһында ҡарар иттем. Мәҙәниәт министрлығына хәҙер ижади кеше түгел, ә етди ойоштороу һәм административ сифаттары булған кеше кәрәк.

Фәнүр Шәйхисламов БР мәҙәниәт министрлығы етәксеһе вазифаһын башҡарасаҡ.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас