Рәсәйҙә иң юғары эш хаҡы финанс һәм страховкалау менән туранан-тура бәйле тармаҡтарҙа теркәлә. Был хаҡта Росстаттың март мәғлүмәттәренә һылтанып РБК хәбәр итте.
Статистикаға ярашлы, пенсия резервтары менән идара итеү өлкәһе килем кимәле буйынса лидер – унда уртаса эш хаҡы 744,9 мең һум тәшкил итә. Икенсе баҫҡыста 616,8 мең һум менән инвестиция фондтары эшмәкәрлегендә мәшғүл хеҙмәткәрҙәр урынлашҡан. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән идара итеү өлкәһе өсөнсө урында, унда белгестәр 525,9 мең һум ала.
Артабан инвестиция фондтары менән идара итеү йүнәлеше килә был тармаҡта эшләүсе граждандар уртаса 490,8 мең һум аҡса эшләй. Иң табышлы биш өлкәнең һуңғыһы – 474,1 мең һум килем менән хәүефте страховкалау менән бәйле эш.
Ведомство аналитиктары билдәләүенсә, тотороҡло юғары эш хаҡы лотерея операторҙары һәм төрлө холдинг компаниялары эшмәкәрлегендә лә теркәлә.