

Башҡортостанда эшҡыуарҙарға көньяҡ райондарҙа ике туристик проектҡа инвестициялар һалырға тәҡдим иттеләр. Улар Күмертауҙа, Ағиҙел йылғаһы буйында, йыл әйләнәһенә эшләүсе ял базаһы һәм Ейәнсура районы биләмәһендә беренсе глэмпинг. Ике проекттың иҫәпләнгән хаҡы 124 миллион һум тәшкил итә.
"Инвестиция тәҡдимдәре әҙер концепцияларҙы, иҫәпләнгән финанс күрһәткестәрен, һайланған инвестиция майҙансыҡтарын һәм уларҙың биләмәһендә урынлаштырыу шарттарын, инженер инфраструктураһы тураһында мәғлүмәттәрҙе, өҫтөнлөктәр, ярҙам саралары тураһында мәғлүмәтте һ.б. үҙ эсенә ала», — тип һөйләне республиканың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
A-frame ағас йорттар, көмбәҙле беседкалар, барбекю өсөн майҙансыҡтар һәм пляж менән беренсе туристик комплексты Ира ауылы янында төҙөргә тәҡдим ителә. Проекттың күҙалланған хаҡы – 66,8 миллион һум.
Икенсе проект Ейәнсура районының Яңы Себенле ауыл советында, Ҡарабәрҙе йылғаһы буйында A-frame һәм Barn-house тибындағы йорттар (заманса амбарҙар стилендәге иркен йорттар) менән глэмпинг төҙөүҙе күҙ уңында тота. Проекттың хаҡы 57 миллион һумға баһалана. Турбаза велосипедтарҙа, квадроциклдарҙа йөрөүҙә, ҡышҡыһын тюбингтарҙа шыуыуҙа махсуслашасаҡ.
Был объекттарҙа 34 кеше эшләй аласаҡ. Инвесторҙар проекттарҙы өҫтөнлөклө исемлеккә индереүгә, ер участкаһын сауҙаһыҙ ҡуртымға алыуға һәм һалым ташламаларына дәғүә итә ала. Ике осраҡта ла «туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә грант алыу мөмкинлеге бар
Ике урын да ҙур төбәк-ара трассаларҙан (Өфө – Ырымбур һәм Ира – Магнитогорск) алыҫ түгел.