

Өфө – Ырымбур трассаһының 113-сө километрында водителдәрҙе «тотош» тикшереү бара. Был хаҡта Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте.
Сараларҙы Дәүләт автоинспекцияһы юл-патруль хеҙмәтенең айырым махсуслаштырылған батальоны хеҙмәткәрҙәре үткәрә.
Водителдәргә тиҙлек режимын үтәргә, үҙҙәре менән бөтә кәрәкле документтарҙы алырға һәм тикшереү өсөн туҡтатырға әҙер булырға кәңәш ителә.
Бындай саралар юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырыуға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Фото: пресс-служба | Госавтоинспекция РБ